Арғаяшта иң оҫта башҡортса шаяртыусылар билдәләнде

КВН-да Арғаяш аграр техникумынан һәм Ҡорман, Бәжекәй, Аяҙғол мәктәбенән дүрт команда көс һанашты. Ҡатнашыусылар визитка, өй эше, капитандар ярышында үҙҙәренең отҡорлоҡтарын, таҫыллыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ залдан бирелгән һорауҙарға ла яуап биреү талап ителде. Башҡортса КВН балаларҙы туған телгә һөйөү уятыуҙа ышаныслы бер алым, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Уйынға әҙерләнгән ваҡытта ҡатнашыусылар телмәр өҫтөндә генә түгел, мәҙәниәт, тарихты өйрәнеү буйынса ла ҙур эҙләнеү эше башҡара. Еңеүсе тип Аграр техникумдың «Дуҫлыҡ» командаһы танылды. Уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен тотошо, туған телдә иркен аралашыуы жюри ағзаларының күңелен яуланы. Киләсәктә матур йолаға әүрелгән сара тағы ла үҫешер, яңы һулыш алыр, тигән өмөттә таралыштыҡ.