Ҡурай байрамы

Проект Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм милли эштәр буйынса федераль агентлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның үҙенсәлеге булып урындағы милләттәштәребеҙҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү маҡсаты тора. Республиканың халыҡ артисы Азат Айытҡолов биш көн эсендә илле биш кешенән торған ҡурайсылар коллективын ойошторҙо. Көньяҡ Урал музыканттары Республиканың Халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ» этно-рок группаһы, билдәле йырсы Марсель Ҡотоевтар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны. Ҡурайсыларҙы сәхнә түренән Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин, өлкә администрацияһы хеҙмәткәре Илья Аносов, БР-ның мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты белгесе Алһыу Сирғәлина ҡотланы.

Ҡыҙыҡлы Сатыр сәскәле, эсетышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи Ҡурай үләне Урал тауҙарында ғына .